Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 20 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Һуңғы көндәрҙә үҙәк Рәсәй биләмәһендә, шул иҫәптән Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо өҫтөнлөк итте. Айҙың икенсе ун көнлөгөндә термометр күрһәткестәре норманан ете градусҡа юғарыраҡ булды.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе аҙнала көндәрҙең болотло булыуы, ҡар яуыуы, буран сығыуы һәм һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүе көтөлә. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы начальнигы Людмила Вафинаның һүҙҙәренсә, шишәмбе, 23 декабрҙә, һауа температураһы  көндөҙ һәм төндә нуль градус тирәһе буласаҡ.

— 23 декабрҙән һауа температураһы түбәнәйә. Аҙна уртаһында ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы ихтимал. 26-27 декабрҙә яуым-төшөм кәмейәсәк. Төндә минус 15-20, аяҙайтҡанда минус 25 градусҡа тиклем төшәсәк. Ял көндәрендә көндөҙ 17-20 градус һалҡын буласаҡ, —  тип һөйләне Людмила Вафина.

Уҙып барған йылдың һуңғы көндәрендә һауа температураһы түбән буласаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй. Синоптиктар әйтеүенсә, төбәктә һалҡын һауа торошо  һаҡланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть