7 декабрь, Шаршамбы

22 декабрь 2014 йыл, 17:50

2015 йылда пенсиялар 3 ғинуарҙан таратыла башлаясаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2015 йылдың 3 ғинуарынан почта элемтәһе ойошмалары пенсия һәм башҡа төрлө социаль түләүҙәрҙе ғәҙәти график буйынса таратасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Пенсия ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән. Кредит ойошмаларына аҡсалар ағымдағы йылдың 31 декабренән дә һуңға ҡалмайынса күсереләсәк.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе дүшәмбе, 22 декабрҙә, 2014 йылға пенсияларҙы һәм башҡа төрлө социаль түләүҙәрҙе тулы күләмдә финанслаған. Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров һүҙҙәренсә, төбәк бүлексәһе 1 миллион 120 мең пенсионерға пенсия түләй. Шуларҙың 49,8 проценты — «Рәсәй почтаһы»  федераль дәүләт унитар предприятиеһы почта элемтәһе ойошмалары, шунса уҡ — кредит ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә.

темалар: пенсиялар