10 декабрь, Шәмбе

22 декабрь 2014 йыл, 17:15

Президент шыршыһына бөтә республиканан 800-гә яҡын уҡыу алдынғыһы йыйылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 22 декабрҙә Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Президент шыршыһы үтте. Байрамға бөтә республиканан уҡыу алдынғылары һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар саҡырылды.

Баш ҡалалағы Яңы йыл иртәлегендә район һәм ҡалаларҙан 800-гә яҡын бала ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла уҡыуҙа, спорт ярыштарында, бейеү һәм йыр конкурстарында, олимпиада һәм фестивалдәрҙә уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар. Байрамда шулай уҡ «Мәрхәмәт» хәйриә ойошмаһы аша килеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар ҙа бар ине.

Башҡортостан Мәғариф министрлығының баш белгесе Рәмзиә Биҡҡужина әйтеүенсә, байрам сараһында әүәлгесә 780 бала ҡатнаша.

Тантанала ҡунаҡтарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы алды. Дәүләт концерт залы фойеһында улар әкиәт персонаждары менән күңел асты. Байрамса кейенгән балалар шыршы тирәләй әйләнде, шиғыр һөйләне, йырланы, бейене.

Башҡортостан Президенты исеменән республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов уҡыусыларҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы.

Артабан балаларға музыкаль әкиәт күрһәтелде. Президент шыршыһы иҫтәлеге итеп уҡыусыларға йомшаҡ уйынсыҡтар, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» китабы һәм татлы бүләктәр тапшырылды.

23 декабрҙә «Башҡортостан» концерт залында Баш ҡала шыршыһы үтә. Иртәнге сәғәт 11-ҙә – һәләтле, сәғәт 3-тә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн тамаша буласаҡ.