8 декабрь, Кесе йома

22 декабрь 2014 йыл, 15:57

Өфө һәм Күмертау — балалар өсөн иң яҡшы ҡалалар иҫәбендә — Лилиә Ғүмәрова

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Федерация Советында «Бөтә балалар ҙа ҡәҙерле!» тип исемләнгән V  Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Күмертау һәм Өфө 100 мең кешенән кәмерәк халыҡ йәшәгән ҡалалар һәм Рәсәй субъекттарының административ үҙәктәре араһында икенсе урын яуланы.

Тантанала Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты. Ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн конкурстың лидерҙарына рәхмәт белдереп, сенатор уның актуаль булыуын һәм әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ағымдағы йылда Рәсәйҙең 51 субъектынан 161 ҡала үҙҙәренең социаль тәжрибәһен тәҡдим итте. Ойоштороусылар конкурс материалдарында эш системаһы, төрлө ведомстволарҙың, йәмәғәт ойошмаларының үҙ-ара килешеп эш итеүе асыҡ сағылырға тейеш тип иҫәпләй.

Лилиә Ғүмәрова Рәсәй ҡалалары конкурсын мәғлүмәти яҡтан пропагандаларға кәрәк тип билдәләне.

— Ошо ҡалаларҙың эшмәкәрлеге менән танышыу төбәктәргә ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр һәм балалар менән эшләгәндә иң яҡшы тәжрибәне файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды сенатор.