7 декабрь, Шаршамбы

22 декабрь 2014 йыл, 15:22

Өфөлә «Урал. Иң яҡшылар антологияһы» проектының презентацияһы уҙҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Марина Чепикова/. Башҡортостандың Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында «Азимут» (Екатеринбург) нәшриәте етәкселәре менән осрашыу үтте, улар Уралдың иҫтәлекле урындарына арналған китаптар серияһы хаҡында бәйән итте.

— Яңы форматтағы китаптар циклының тәүгеһе Санкт-Петербургта баҫылып, һатыуға сығарылды ла инде, — тип һөйләне нәшриәттең баш мөхәррире Светлана Логинова. — Маҡсатыбыҙ Уралдың матурлығын, күләмлеген һәм уникаль булыуын күрһәтеү ине.

«Урал. Иң яҡшылар антологияһы»ның беренсе томына Аракүл шихандары, Белогорск монастыры, Ҙур Тағанай, Йөрәккүл, Көнгөр мәмерйәһе, Стәрлетамаҡ шихандары, Арҡайым, Торғаяҡ күле, Урал йылғаһы, Шүлгән-таш ҡурсаулығы һәм башҡалар ингән. Объекттарҙы ентекле һүрәтләүҙән тыш, һәр бүлектең аҙағында белешмә, музейҙарҙың, ҡунаҡханаларҙың һәм юл буйында урынлашҡан кафеларҙың адрестары һәм телефондары бирелгән.

Презентация ваҡытында «Азимут» нәшриәте вәкилдәре антологияның икенсе томы тиҙ арала әҙер буласаҡ һәм сифат яғынан беренсеһенән ҡалышмаясаҡ тип белдерҙе. Осрашыу барышында һәммәһе лә баҫыласаҡ китаптың йөкмәткеһе буйынса теләктәрен  белдереп, анкета тултырҙы.