10 декабрь, Шәмбе

22 декабрь 2014 йыл, 14:30

Диана Нурмөхәмәтова — «Романсиада-2014» халыҡ-ара конкурсы лауреаты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда тыуған Диана Нурмөхәмәтова «Романсиада-2014» рус романстарын башҡарыусыларҙың XVIII Халыҡ-ара конкурсында лауреат булды. Конкурсанттар араһында Бөйөк Британия, Болгария, Молдова, Украина, АҠШ, Македониянан да вәкилдәр бар ине.

Диана Санкт-Петербургта үткән төбәк һайлап алыу турында еңеп, финалға сыҡты. Финал һәм гала-концерт Мәскәүҙәге Союздар Йортонда үтте. Йырсы баһалама ағзаларына өс әҫәр тәҡдим итте. Жюри башҡорт йырсыһының матур тауышын һәм киләсәгенең өмөтлө булыуын билдәләне.

Диана Нурмөхәмәтова Башҡортостандың Асҡын районында тыуған. Өфөләге урта махсус музыка колледжының скрипка класын тамамлаған. Колледждан һуң Диана Өфө сәнғәт училищеһында танылған педагог Наилә Йосопова класында уҡый. Бөгөнгө көндә ул Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһында билдәле педагог, профессор Тамара Новиченко класында белем ала. 2014 йылдың декабрендә Диана Нурмөхәмәтова музыка һәм театр вуздары студенттары араһында үткән «Виват, вокал! Виват, артист!» беренсе бөтә Рәсәй вокал конкурсында беренсе урын яуланы.

темалар: конкурс