Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Яңы йыл иртәлектәре башлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, социаль приюттарҙа, имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, инвалид балалар өсөн Яңы йыл иртәлектәре уҙа.

Баш ҡаланың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 22 декабрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында Шыршы байрамы үтә. Тамашала күп балалы, имен булмаған ғаиләләрҙең балалары, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашасаҡ. Йола буйынса, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларҙы байрам менән ҡотлап, татлы бүләктәр тапшырасаҡ, тамаша алдынан театр фойеһында төрлө конкурстар, уйындар ойоштороласаҡ.  Байрам көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

23 декабрҙә «Башҡортостан» концерт залында Баш ҡала шыршыһы үтә. Иртәнге сәғәт 11-ҙә – һәләтле, сәғәт 3-тә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн тамаша буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть