8 декабрь, Кесе йома

22 декабрь 2014 йыл, 10:29

Рөстәм Хәмитов гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләре буйынса Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 19 декабрҙә Ҡазанда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының  Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Унда гражданлыҡ-ватансылыҡ тәрбиәһе һәм округ төбәктәрендә хәрби хеҙмәткә әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Ултырышта төбәк етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары, профилле федераль ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ Волга буйы федераль округының Йәштәр советы вәкилдәре ҡатнашты.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич бөгөн йәштәргә патриотик тәрбиә биреү темаһы – мөһим мәсьәлә, айырыуса уҙған йылдарҙа уға тейешле иғтибар бүленмәне тип билдәләне. Хәҙерге көндә ил буйынса хәрби-патриотик үҙәктәр, оборона-спорт лагерҙары асыла, ошо йүнәлештә күләмле проекттар тормошҡа ашырыла. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек барышында эҙәрмән отрядтарының эшмәкәрлеге әүҙемләшә, геройҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, ветерандарҙың социаль-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү буйынса ҙур эш алып барыла.

– Бөгөнгө көндә илебеҙ күтәрелеш осоро кисерә. 2014 йылдың сәйәси ваҡиғалары, Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһы составына инеүе һәм Украинаның көньяҡ-көнсығышында барған ваҡиғалар йәштәр менән ошо эштең мөһим һәм әһәмиәтле булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләй. Әгәр беҙ йәштәр менән эшләмәйбеҙ икән, улар менән беҙҙең күҙ алдында Украиналағы хәлде бер нисә ай эсендә граждандар һуғышына алып барып еткергән көстәр идара итә, – тине Михаил Бабич.  

Рәсәй Президентының  Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле һүҙҙәренсә, патриотик тәрбиә биреү йәштән үк башланырға тейеш.

– Йәштәребеҙ һәйбәт, улар үҙ илен ярата. Әммә был эште лозунгыларға ғына ҡайтарып ҡалдырырға ярамай. Уны балалар баҡсаһынан, мәктәп эскәмйәһенән башларға кәрәк. Гражданлыҡ-патриотик белем биреү  программаһының йәштәрҙе тәрбиәләүҙең бөтә системаһына үтеп инеүе зарур. Беҙ Рәсәй граждандарын һәм патриоттарын тәрбиәләйбеҙ. Улар фән, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә үҙ урындарын табырға, иң мөһиме – үҙ иле өсөн ғорурлыҡ кисерерлек сәбәп булырға тейеш. Беҙгә шуның өсөн тырышырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнө алды Михаил Бабич.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле үҙ субъекттарында ошо йүнәлештә әүҙем позиция күрһәткән һәм уны сифатлы ғәмәлгә ашырған өсөн төбәк етәкселәренә рәхмәт белдерҙе.

Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов патриотик тәрбиә темаһын мөһим тип билдәләне.

Төбәк етәксеһе Башҡортостанда патриотик клубтар һәм йәштәр ойошмаларының әүҙем эшләүе хаҡында әйтте. Былтыр хәрби-патриотик йүнәлештәге сараларға 30-400 мең бала йәлеп ителгән.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек тураһында һөйләгәндә, төбәк башлығы ошо эштең тәрбиәүи әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ултырышта Волга буйы федераль округында йәш быуынды хәрби-патриотик тәрбиәләүгә йүнәлтелгән бер нисә проект тормошҡа ашырыла тип билдәләнде. Түбәнге Новгород һәм Пенза өлкәләрендә икенсе йыл рәттән «Гвардеец» оборона-спорт лагеры, Ырымбур өлкәһендә «Зарница» хәрби-спорт уйыны финалы уҙа, Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларында, Удмурт Республикаһында, Пермь крайында «КаДетство» проекты сиктәрендә округ кадет корпустары булдырылған һәм үҫешә. Ағымдағы йылда Киров өлкәһендә тәүге тапҡыр Эҙәрмән отрядтарының округ слеты булды.

Башҡортостанда гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү буйынса эш координацияһын республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Граждандарҙы патриотик тәрбиәләү һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыуға әҙерлек буйынса ведомство-ара координация советы ғәмәлгә ашыра. 2012 йылда Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыуға әҙерлек үҙәге булдырылған.

2014 йылда ошо эште төрлө сығанаҡтарҙан финанслау күләме 95,3 миллион һум тәшкил иткән, шул иҫәптән 44 миллион һум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек планын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Республикала А.В. Достовалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусы, Өфө мәктәп-интернаты, 1 958 уҡыусы белем алған һигеҙ кадет кластары эшләй. Шулай уҡ Башҡортостанда 1 048 түңәрәк, секция, патриотик йүнәлештәге берекмәләр һәм 106 хәрби-патриотик клубтар ойошторолған.