9 декабрь, Йома

19 декабрь 2014 йыл, 18:22

Виктор Панченко Межгорье хакимиәте башлығы итеп һайланды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Республикаһы Межгорье ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп Виктор Панченко тәғәйенләнде. Был хаҡта ҡарар бишенсе саҡырылыш ҡала Советының өсөнсө ултырышында ҡабул ителде. Депутаттар бер тауыштан Виктор Панченко кандидатураһын һайланы.

Вазифаға өс кандидат  — Межгорье хакимиәтенең мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге етәксеһе Виктор Сурков, хакимиәт эштәре менән идара итеүсе Леонид Ростовщиков һәм ҡала башлығы вазифаһын башҡарыусы Виктор Панченко дәғүә итте.

Депутаттар йомғаҡлау ултырышы һөҙөмтәләре тураһында конкурс комиссияһы рәйесенең сығышын тыңланы. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмек Советы Виктор Панченконы контракт буйынса ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләне.