3 декабрь, Шәмбе

19 декабрь 2014 йыл, 17:54

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Китаптарҙың «электрон күсермәһен» эшләү китапханалар эшен үҫтереү өсөн мөһим»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, «Рәсәй китапханалары» партия проекты етәксеһе Зөһрә Рәхмәтуллина «Документтарҙың мәжбүри экземпляры тураһындағы Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын эшләп бөтөү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Новелла документтың баҫма мәжбүри экземплярын электрон төрҙә биреүҙе, шулай уҡ мәжбүри экземплярҙар һанын 16-нан 6-ға тиклем ҡыҫҡартыуҙы күҙ уңында тота. Кәңәшмәлә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы белгестәре, ИТАР-ТАСС, илдең китапханалар йәмәғәтселеге һәм нәшриәт корпусы вәкилдәре, федераль китапхана етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.

Мәжбүри экземплярҙар һанының 16-нан 6-ға тиклем ҡыҫҡартылыуы хаҡында яңылыҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙа борсолоу тыуҙырҙы. Барыһы ла тиерлек ҡағыҙ экземплярҙарының ҡыҫҡартылыуы һәм уларҙы «электрон күсермә»гә алмаштырыу илдең мәҙәни потенциалына зыян килтерәсәк тигән фекер белдерҙе.

Зөһрә Рәхмәтуллинаның фекеренсә, дөрөҫлөк, шул иҫәптән китапханаларҙың да, профессионалдарҙың һәм практиктарҙың һөйләшеүе барышында тыуа. Бәхәстә тәнҡит һүҙҙәре һәм китапханалар системаһын модернизациялау юлдары хаҡында аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны. Ҡатнашыусылар закон проекты тулыһынса эшләнеп бөтөргә тейеш тип билдәләне.