10 декабрь, Шәмбе

19 декабрь 2014 йыл, 16:46

Киләһе йылдың яҙында Өфөлә яңы күҙәтеү ҡуласаһы асыла

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Баш ҡалалағы икенсе күҙәтеү ҡуласаһы 2015 йылдың яҙында асыла. Был хаҡта Өфө хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Аттракцион «Ирәмәл» сауҙа комплексы эргәһендә урынлашасаҡ. Элекке машиналар ҡуйыу урынында ҡуласа ғына түгел, балалар өсөн күңел асыу паркы ла буласаҡ.

Хәҙерге көндә монтаж эштәре тамамлана. Ҡуласаны Краснодар крайы  Ейск ҡалаһының «Аттракцион» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөй.

— Йыл башында аттракцион тест режимында эшләй башлаһа, май байрамдарында тәүге килеүселәрҙе ҡабул итәсәк, — тип хәбәр итте заказ биреүсе — «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиле Илдус Хәсәнов.

Бынан тыш, биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарыласаҡ, икенсе аттракциондар ҡуйыу мөмкинлеге ҡарала.

Яңы ҡуласаның бейеклеге — 58 метр, 24 йылытыласаҡ кабиналарға бер юлы 146 кеше һыя. Яңы аттракционда сәғәтенә яҡынса 800 кеше ял итә аласаҡ. Күҙәтеү ҡуласаһы йыл әйләнәһенә эшләйәсәк.