7 декабрь, Шаршамбы

19 декабрь 2014 йыл, 16:02

Өфө һәм Аҡтүбә студенттары Аҡмулла шиғырҙарын һөйләү оҫталығында ярышты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған халыҡ-ара аҙналыҡ үтә. «Аҡмулла уҡыуҙары» сиктәрендә «Аҡмулла һәм мәғрифәтселек осоро» күргәҙмәһе, «Аҡмулла нәсихәттәре» республика фольклор байрамы, билдәле ғалим, шағир, яҙыусыларҙың лекциялары, Аҡмулланың тыуған төйәге Миәкә районында БДПУ көндәре ойошторолған. Саралар араһында төрки халыҡтары шиғриәте кисәһе, Аҡмулла шиғырҙарын донъя телдәренә тәржемә итеү конкурсы, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан ғалимдары ҡатнашлығында халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл, «Мәҙәниәттә һәм белем биреүҙә мәғрифәтселәрҙең гуманистик мираҫы» халыҡ-ара ғилми-практик конференцияһы ла бар.

Көн элгәре БДПУ-да «М.Аҡмулланың ижади мираҫын традицион башҡарыу» онлайн-конференцияһы үтте. Унда магистранттар, БДПУ һәм С.Баишев исемендәге Аҡтүбә университеты студенттары ҡатнашты. Скайп аша бәйләнешкә сығып, ике университет студенттары Аҡмуллла шиғырҙарын уҡыны.

Ғәҙәттә, суденттар, Розалиә Солтангәрәеваның Сәсәндәр мәктәбе тәрбиәләнеүселәре «Урал батыр» эпосы буйынса эпик хикәйәттәр менән сығыш яһай. Аҡмулла шиғырҙары менән улар тәүге тапҡыр тамашасы алдына сыҡты.

— Розалиә Солтангәрәеваның Сәсәндәр мәктәбе проекты һөйләү оҫталығының яңы мөмкинлектәрен аса, халыҡтарҙың күп йыллыҡ традицияларын пропагандалауҙа бер баҫҡыс булып тора, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итә, — тип билдәләне Ҡаҙағстандың Аҡтүбә университеты доценты Жайык Солтан.