4 декабрь, Йәкшәмбе

19 декабрь 2014 йыл, 14:33

«Башҡортостан — Болгария» дуҫлыҡ йәмғиәте Башҡорт дәүләт филармонияһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтерә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Яңы йыл алдынан, 23 декабрҙә, «Башҡортостан — Болгария» дуҫлыҡ йәмғиәте вәкилдәре дуҫлыҡ визиты менән Башҡорт дәүләт филармонияһына килә.

Филармонияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу Башҡортостанда Мәҙәниәт йылының тамамланыуына бағышланасаҡ.

Күптән түгел филармонияның солисы, бөтә донъяға танылған ҡумыҙсы Миндеғәфүр Зәйнетдинов Болгар мәҙәни үҙәгендә булып ҡайтты. Ул «Кейеҙ сәнғәте» күргәҙмәһен асыуҙа сығыш яһаны. Сара йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы.

Артабан хеҙмәттәшлек итеү, башҡорт сәнғәтен үҫтереү һәм пропагандалау, республиканың төрлө халыҡтары араһында тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу маҡсатында Болгар йәмғиәте «Дуҫлыҡ веногы» акцияһын башлай. Унда Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто, ҡаланың мәҙәниәт һәм белем биреү учреждениелары ҡатнашасаҡ.

Осрашыу барышында Башҡортостандың милли үҙәктәре бер-береһен сәләмләйәсәк. Башҡорт халҡы исеменән ҡунаҡтарҙы ҡурайсы, филармония солисы Илшат Ишморатов ҡаршы аласаҡ.