11 декабрь, Йәкшәмбе

19 декабрь 2014 йыл, 13:09

«Ҡуш-Тау» тау саңғыһы комплексында миҙгел асылды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. «Ҡуш-Тау» тау саңғыһы комплексы Стәрлетамаҡ шихандарының береһендә — Ҡуштауҙа урынлашҡан. Тауҙың янынан көньяҡтан һәм көнбайыштан Ағиҙел йылғаһы бөгөл яһап аға. Саф һауа, ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандар, күркәм тәбиғәт. Ял итеү өсөн бында бөтә шарттар ҙа бар.

Тау саңғыһы базаһы Стәрлетамаҡ, Өфө, Ырымбур, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан алыҫ түгел уңайлы ерҙә урынлашҡан. Ҡышҡыһын тау саңғылары трассалары — Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙең һәм ҡунаҡтарҙың әүҙем ял итә торған урындарының береһе.

— «Ҡуш-Тау» тау саңғыһы үҙәге — ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бер нисә йыл эшләмәне, — тип аңлатты Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов. — Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов комплексты тергеҙергә һәм уны ошо  миҙгелдә асырға ҡушты. Беҙ күп эштәр башҡарҙыҡ. Тауҙа йөрөү өсөн махсус трактор һатып алдыҡ, дөйөм туҡланыу урындары астыҡ. Бөгөн үҙәк саф һауала тау саңғыһында шыуырға яратыусыларҙы ҡабул итә.

Киләсәктә «Ҡуш-Тау»ҙа  ҡала халҡы һәм эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр ғаилә менән ял итә аласаҡ. Башҡараһы эштәр байтаҡ, әммә иң мөһиме  — комплекс эшләй башланы. Тау саңғыһы мәктәбен асырға ниәтләйбеҙ, унда спортсылар әҙерләйәсәкбеҙ. Республикала төрлө спорт төрҙәрен үҫтереүгә иғтибар биреү арҡаһында һәм Башҡортостан Президентының шәхси ярҙамы менән беҙ алға барабыҙ. Киләсәктә инфраструктура яғынан «Ҡуш-Тау» Белореттағы «Морат» һәм Нуриман районындағы «Павловка паркы» тау саңғыһы үҙәктәренән ҡалышмаясаҡ тип ышанам.

— Беҙҙә оҙаҡ йылдар яһалма ҡар булманы, — тип һөйләне «Башҡортостан Республикаһының Үҙәк тау саңғыһы спорты һәм сноуборд клубы» дәүләт автономлы учреждениеһы директоры урынбаҫары Алексей Кострыкин. — 2012 йылда трассаларҙы яһалма ҡар менән ҡаплай башлағайныҡ, әммә кәрәкле ҡорамалдарһыҙ ауыр булды. 2013 йылда электр үткәреп эшләп ҡараныҡ, ә быйыл иһә насостарҙы алмаштырҙыҡ, торбаларҙы таҙарттыҡ. Ноябрҙә Италиянан килгән белгес етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ярҙам итте. Хәҙер беҙ бер тау битләүен ҡар менән ҡаплай алабыҙ. Республика Президенты ҡушыуы буйынса Башҡортостандың спорт объекттарын төҙөү фондынан «Ҡуш-Тау»ҙы төҙөкләндереүгә 20 миллион һумға яҡын аҡса бүленде. Был аҡсаға беҙ шарттарҙы яҡшырттыҡ, атап әйткәндә, машиналар ҡуйыу урыны төҙөлдө. Бер һүҙ менән әйткәндә, яйлап алға барабыҙ. 12 декабрҙә миҙгелде яңынан астыҡ, кешеләр ҙур теләк менән саңғы шыуырға килә, Ырымбур өлкәһенән ҡунаҡтар көтәбеҙ.