Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

2015 йылдың ғинуарында Башҡортостанда электр энергияһына тарифтар үҙгәрмәйәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Энергия һатыу компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2015 йылдың ғинуарында электр энергияһына тарифтар үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Башҡортостан Республикаһы Тарифтар буйынса дәүләт комитетының шуға ярашлы ҡарары киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Әммә 2015 йылдың икенсе ярты йыллығында тарифтарҙың артыуы күҙаллана.

Атап әйткәндә, электр плитаһы булмаған өйҙәрҙә йәшәүсе ҡала кешеләре электр энергияһы өсөн 20 тингә артығыраҡ түләйәсәк. Хаҡы —  2,55 һум, ә электр плитаһы ҡуйылған йорттарҙа түләүҙәр 14 тингә артасаҡ һәм 1,79 һум тәшкил итәсәк. Ауыл ерендәгеләр өсөн тариф шулай уҡ 14 тингә күтәреләсәк һәм 1,79 һум тәшкил итәсәк.

Был хаҡтар электр энергияһы өсөн бер тарифлы иҫәп приборҙары буйынса түләгән ҡулланыусыларға ҡағыла.

Тәүлек зонаһына бүленгән тарифтар буйынса түләгән граждандар өсөн декабрь айында уҡ үҙгәрештәр булды. Улар менән Энергия һатыу компанияһының сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть