Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан яҙыусылары Василий Шукшин миҙалы менән бүләкләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/.

Билдәле актер, режиссер һәм яҙыусы Василий Шукшиндың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы Рәсәй Яҙыусылар союзы һәм Алтай крайы хакимиәте 2014 йылды Шукшин йылы тип иғлан итте һәм иҫтәлекле юбилей миҙалын булдырҙы.

16 декабрҙә Рәсәй Яҙыусылар союзында юғары ижади ҡаҙаныштары һәм Василий Шукшиндың ижадын пропагандалаған өсөн артистар, режиссерҙар һәм яҙыусыларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Алтын миҙал Валентин Распутин, Лидия Федосеева-Шукшина, Леонид Куравлев, Николай Губенко, Юрий Поляков, Александр Проханов, «Ҡыҙыл балан»ды ҡытай теленә тәржемә иткән профессор Бай Сы Хун менән бер рәттән Башҡортостан яҙыусыларына ла — Аксаков фонды рәйесе, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте вице-президенты, Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары Михаил Чвановҡа һәм сәйәхәтсе, яҙыусы, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншинға тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть