11 декабрь, Йәкшәмбе

18 декабрь 2014 йыл, 18:42

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан Республикаһында ШОС һәм БРИКС саммиттары юғары кимәлдә үтәсәк»

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 18 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтары осрашыуын уҙғарыуға әҙерлек буйынса Республика ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе. Унда буласаҡ сараларҙы транспорт менән тәьмин итеү, эшлекле программаны ойоштороу мәсьәләләре, шулай уҡ делегацияларҙы ҡабул итеү өсөн ҡунаҡханалар төҙөү барышы тикшерелде.  

Төбәк етәксеһе шишәмбе көндө саммиттарға әҙерлек буйынса федераль ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнашыуы тураһында хәбәр итте.

— Әле тормошҡа ашырған эшмәкәрлегебеҙгә юғары баһа бирелде. Инфраструктураны әҙерләү, яңы объекттар төҙөү, саммиттарҙы яҡшы кимәлдә ойоштороу буйынса эштәрҙең графикка ярашлы барыуы раҫланды, — тине Рөстәм Хәмитов.

Рәсәйҙең Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслек итеү барышында илебеҙҙә тиҫтәләрсә сара уҙғарылды, шуларҙың дүртәүһе — Өфөлә, тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты.

— Быларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһында ШОС һәм БРИКС саммиттарының юғары кимәлдә үтәсәгенә ышаныс бирә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.