9 декабрь, Йома

18 декабрь 2014 йыл, 18:07

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы Әҙәбиәт йылының иң яҡшы эмблемаһына конкурс иғлан итте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Мәҙәниәт Министрлығы республикала Әҙәбиәт йылы эмблемаһының иң яҡшы проектына конкурс иғлан итте.

1 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әҙәбиәт йылын уҙғарыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Конкурста республика граждандары һәм ойошмалары ҡатнаша ала. Һәр ҡатнашыусы бер генә заявка бирергә тейеш. Юғары кимәлдәге художество мәҙәниәте һәм дизайнер сәнғәте, эштәрҙең сағыу, үҙенсәлекле һәм заманса булыуы төп критерий булып тора.

Конкурс тураһында положение һәм заявка формаһы республика Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында бирелгән. Материалдар 2015 йылдың 15 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. Телефон (347) 280-87-70. Электрон почта: gafarova.r@bashkortostan.ru.