11 декабрь, Йәкшәмбе

18 декабрь 2014 йыл, 17:34

Рөстәм Хәмитов: «Социаль бурыстарҙы үтәү — Башҡортостан Хөкүмәте яуаплылығында»

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 18 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика бюджетының һәм муниципаль берәмектәр бюджеттарының килем күләмен, һалым һәм һалым булмаған килемдәрен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Унда инвестиция эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы саралары һәм уларҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр, шулай уҡ дәүләт унитар предприятиелары милкен файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләре тикшерелде.

Төбәк башлығы ҡатмарлы иҡтисади хәлгә һәм сәнәғәт предприятиеларының табышы кәмеүгә ҡарамаҫтан, бөтә социаль бурыстар тулы күләмдә башҡарыласаҡ тип билдәләне.

Башҡортостан Президенты һалымдар һәм йыйымдар буйынса бурыстарҙы кәметеү буйынса эште әүҙемләштерергә саҡырҙы.

Республикаға эре инвесторҙарҙың килеүе лә бюджетты тулыландырырға ярҙам итергә тейеш. Инвестициялар йәлеп итеү күләме буйынса Башҡортостан илдең 15 төбәге исемлегенә инә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылдың 11 айында Башҡортостан Республикаһының тупланма бюджетына 118,639 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем ингән, был үткән йылдың ошо уҡ күрһәткестәренән 5,4 процентҡа күберәк.