5 декабрь, Дүшәмбе

18 декабрь 2014 йыл, 16:43

Бөгөн Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы үтә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты ҙур матбуғат конференцияһын башланы.  Владимир Путин донъяның һәм Рәсәйҙең билдәле киң мәғлүмәт саралары журналистары менән унынсы тапҡыр осраша. Мәскәүҙең Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә 1200-ҙән ашыу журналист, шул иҫәптән Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре дәүләт башлығына һорауҙарын биреп ҡалырға тырыша.

Осрашыу башында Владимир Путин илдең социаль-иҡтисади хәлен баһаланы, быйыл бөртөклөләрҙән юғары уңыш алыныуын билдәләне. Президент бюджет профицитлы буласаҡ тип ышандырҙы. Милли валютаны тотороҡландырыуҙы күҙалланы, иҡтисадты диверсификациялау буйынса бурыстар ҡуйҙы. Үҙәк банк һәм Хөкүмәт һумды нығытыу буйынса аныҡ саралар күрә, тип ышана дәүләт башлығы.

Рәсәй Президентының тура эфирҙа журналистар менән аралашыуын «Россия 1», «Россия 24» телеканалдарында һәм Беренсе каналда ҡарарға мөмкин.