3 декабрь, Шәмбе

18 декабрь 2014 йыл, 16:28

Кинорежиссер Әмир Адразаҡовтың хәтер кисәһендә уның улдары, опера йондоҙҙары Асҡар һәм Илдар сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Конгресс-холда Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәре, кинорежиссер Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе булып үтте.

Әмир Адразаҡов (1934-2008) — башҡорт актеры, сценарий яҙыусы һәм кинорежиссер. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың Кинематографистар союзы рәйесе,  «Ника» Рәсәй кинематография сәнғәте академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Кинорежиссерҙар гильдияһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы идаралығы ағзаһы, «Башҡортостан» киностудияһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры.

Республиканың мәҙәни йәмәғәтселеге милли сәнғәттә сағыу эҙ ҡалдырған шәхестең хәтер кисәһенә йыйылды. «Башҡорт туйы», «Бөртөкләп йыйыла алтын» фильмдары, Салауат Юлаевтың тормошо һәм батырлығы тураһында «Һынмаған рух» тарихи-биографик очеркы. Күп йылдар элек төшөрөлөүгә ҡарамаҫтан, был фильмдар әле лә актуаллеген юғалтмай, күп яҡлы башҡорт мәҙәниәтенең визит карточкаһы булып тора.

Алып барыусылар Рушана Бабич менән Айсыуаҡ Йомағолов Әмир Абдразаҡов яҙған шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе, оҫтаның тормошо һәм эшмәкәрлегенең сағыу мәлдәре иҫкә төшөрөлдө. Программала Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары, Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, йәш йырсы Дилара Иҙрисова ҡатнашты.

Икенсе бүлектә өфөләр халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, Мариин театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов һәм Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, «Грэмми» премияһына лайыҡ булыусы, Мариин театры һәм Метрополитен-опера театры солисы Илдар Абдразаҡов менән осрашты.