10 декабрь, Шәмбе

18 декабрь 2014 йыл, 14:28

Башҡортостанда китапханаларҙы паспортлаштырыу үткәрелде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Марина Чепикова/. Башҡортостанда китапханаларҙы паспортлаштырыу тамамланды. Унан алдағы иҫәп алыу 2010 йылда, 30 йылға яҡын ваҡыт үткәс кенә уҙғарылды. Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһының фәнни-методик бүлегенең эше һөҙөмтәһендә рәсми мәғлүмәттәр генә түгел, шулай уҡ барлыҡ йәки юҡлыҡ буйынса белешмәләр, һуңғы ваҡытта билдәле бер программалар буйынса, мәҫәлән, «Уңайлы мөхит», талап ителгән мәғлүмәттәр асыҡланды. Һуңғы йылдарҙа республикала китапхана эшенең торошо яҡшырҙы йәки насарайҙы тип әйтеп булмай. Китапханалар компьютерлаштырыла, интернет селтәренә инеү мөмкинлеге арта, сайттар һәм социаль селтәрҙәрҙә интернет-вәкиллектәр барлыҡҡа килә, китапханасылар үҙҙәренең эшендә электрон почтаны йышыраҡ файҙалана. Шулай уҡ паспортлаштырыу барышында ҡайһы бер етешһеҙлектәр теркәлгән.                                                                                                                                                                                                                                          

Республикалағы дөйөм китапханаларҙың 1520-һе ауыл ерендә, 184-е ҡала округтарында урынлашҡан. Китапханалар системаһы 63 системанан тора: 54-е муниципаль райондарҙа, туғыҙы ҡала округтарында. 63 китапхана системаһының 14-е автономлы мәҙәниәт учреждениелары һанала. 265 моделле китапхана иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе Өфөлә — 18. Белорет районында — 15, Шишмәлә — 11, Балаҡатайҙа — 8, Саҡмағош, Нуриман, Краснокама, Яңауылда — 7-шәр; Кушнаренко, Туймазы, Тәтешле, Күгәрсен райондарында һәм Сибай ҡалаһында — алтышар; Өфө, Стәрлетамаҡ райондарында бишәр моделле китапхана эшләй.

Һуңғы йылдарҙа күп кенә китапханалар Рәсәй һәм республика гранттарында, проекттарында, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты. Финанс керемдәре, китапханаларҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу ошондай сараларҙа ҡатнашыуҙа ыңғай һөҙөмтә бирә. Китапханалар бюджеттан тыш аҡса эшләргә өйрәнә. Республикалағы 63 китапхана системаһының 53-ө түләүле хеҙмәттәр күрһәтә. Түләүле хеҙмәт күрһәтеү төрҙәре: күсермә яһау, текстарҙы баҫыу, түләүле абонементта булған документтар һәм китаптар биреү, текстарҙы сканер аша үткәреү һәм йыйыу.

Республикала өс библиобус эшләй. Библиобустар — микроавтобустар нигеҙендә күсмә китапханалар пункты. Белорет, Туймазы, Ҡырмыҫҡалы райондарының мобиль китапханаларында ҡулланыусылар интернетҡа сығыу, электрон һәм баҫма китаптар алыу, әҙәбиәткә заказ биреү мөмкинлегенә эйә.