8 декабрь, Кесе йома

18 декабрь 2014 йыл, 12:33

Ингредиенттарға хаҡтың юғары булыуы һәм икмәк бешереү ҡорамалдарының туҙыуы арҡаһында икмәккә хаҡ арта

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Икмәккә хаҡтың артыуҙың төп сәбәбе — онға, сүпрәгә, үҫемлек майына, тоҙға, төрөү материалдарына хаҡтарҙың күтәрелеүе, транспорт сығымдарының күплеге һәм иҫке ҡорамалдар. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы ҡарамағындағы Ваҡлап һатыу сауҙа өлкәһендә конкуренцияны үҫтереү буйынса Эксперт советы ултырышында ҡатнашыусылар шундай һығымтаға килде.

Кәңәшмәлә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, икмәк комбинаттары, сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре ҡатнашты.

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева әйтеүенсә, икмәккә һәм икмәк-ҡалас изделиеларына хаҡтың артыуына бәйле бик күп мөрәжәғәттәр килә. Өҫтәүенә, республикала арыш ононан һәм арыш-бойҙай ононан бешерелгән икмәктең хаҡы Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәренә ҡарағанда ҡиммәтерәк.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, Башҡортостанға юғары һәм беренсе сортлы он Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килтерелә. Дәүләкән һәм Дүртөйлө предприятиеларында арыш оно ғына етештерелә. Эксперт советында игендең 60 процентҡа ҡиммәтләнеүе билдәләнде, был иһә ондоң хаҡына йоғонто яһай. Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле һүҙҙәренсә, быйыл беҙҙең республикала арыштан Рәсәй буйынса иң юғары уңыш алынған.

Ултырышта икмәк бешереү тармағы предприятиеларының һатыу ойоштороуҙа ҡатнашыу мәсьәләһе лә ҡаралды.