3 декабрь, Шәмбе

18 декабрь 2014 йыл, 10:24

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың исеме бирелде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына ваҡытһыҙ донъя ҡуйған башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың исеме бирелде. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми порталынан хәбәр иттеләр.

Салауат Әхмәҙи улы Низаметдинов (1957 — 2013) — һуҡыр композитор, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостандың Учалы районында тыуған. Бик күп опера, хор, инструменталь әҫәрҙәр, йырҙар һәм романстар авторы. Прагала үткән һуҡыр композиторҙарҙың халыҡ-ара конкурсы, «Филантроп» халыҡ-ара премияһы лауреаты. Шулай уҡ ул Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе була.

Учалы сәнғәт колледжы 1972 йылда асылған. Дүрт тиҫтә йыл эсендә уҡыу йорто 2000 белгес әҙерләп сығарған, улар республикала һәм уның ситтә эшләй. Колледжда музыканттар, рәссамдар, профессиональ һәм үҙешмәкәр бейеү һәм театр коллективтары, концерт ойошмалары, студия етәкселәре, уҡытыусылар әҙерләнә.