8 декабрь, Кесе йома

18 декабрь 2014 йыл, 9:30

Максим Михайлов Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Рөстәм Хәмитов Максим Михайловты Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Максим Михайлов 1978 йылдың 10 ғинуарында Өфөлә тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.

Төрлө йылдарҙа БР Эске эштәр министрлығының иҡтисад өлкәһендәге енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлегендә оперуполномоченный; РФ Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының дәүләт-хоҡуҡи дисциплиналар кафедраһы уҡытыусыһы; Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм административ хоҡуҡ кафедраһы доценты; Башҡорт дәүләт педагогия университетының хоҡуҡ һәм йәмғиәтте өйрәнеү кафедраһы мөдире; М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның уҡытыу эштәре буйынса проректоры булып эшләгән.

2013 йылдың октябрендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика бүлексәһе рәйестәштәренең береһе итеп һайланды.