10 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2014 йыл, 17:51

29 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера театрының Ҙур залы асыла

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 29 декабрҙә Өфөлә күптән көтөлгән ваҡиға буласаҡ —  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур залы төҙөкләндерелгәндән һуң үҙ ишектәрен асасаҡ.

«Яңы йыл опера менән» байрам концерты программаһында опера һәм балет сәхнәһе оҫталары, театрҙың хор һәм симфоник оркестры ҡатнашасаҡ. Дирижеры — Валерий Платонов. Донъя классикаһының билдәле әҫәрҙәренән фрагменттар яңғыраясаҡ.

Хәҙерге көндә Башҡорт дәүәл опера һәм балет театрын асыу концертында Илдар Адразаҡовтың һәм Барбара Фриттолиҙың (Италия) ҡатнашыуы хаҡында һөйләшеп килешелгән. Кисәлә әлеге ваҡытта Екатеринбургта эшләгән тенор Илһам Вәлиев сығыш яһаясаҡ.

Матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, билеттарҙы театр кассаһында һатып алырға була.

Сара киске сәғәт етелә башлана.