10 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2014 йыл, 17:28

Силәбе өлкәһендә Нефтекама филармонияһының гастролдәре башланды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында Нефтекама дәүләт филармонияһының «Ҡәрҙәштәр» башҡорт фольклор төркөмөнөң гастролдәре башланды. Гастролдәр башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге ярҙамында үтә, тип хәбәр итте матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Нефтекама артистары Көньяҡ Уралға йыш гастролдәргә сыға. Башҡорт эстрадаһының популяр һәм йәш артистары Раян Алтыншин, Сүриә Ғималова, Юнир Шәрифулллин, Розалиә Иҙелбаева, Азат Ҡарасурин, Марс Ишморатовтарҙыэ сығышы тамашасыларға ҙур бүләк буласаҡ. Милли колорит менән һуғарылған тамаша йыр-бейеүҙәргә бай. Ҡунаҡтарҙы тәьҫир итерлек шоу һәм күңелле сюрприздар көтә.

темалар: гастролдәр