4 декабрь, Йәкшәмбе

17 декабрь 2014 йыл, 17:05

Башҡортостандың рәссамдар коллективы «Этно-Эрато» халыҡ-ара конкурсында еңеп сыҡты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың «Урал батыр»ҙың кейеҙҙән тегелгән кейемдәр коллекцияһын тәҡдим иткән рәссамдар коллективы Мәскәүҙә үткән «Этно-Эрато» II Евразия юғары милли модаһы конкурсында еңеүсе булды.

Республиканың төрлө район һәм ҡалаларының кейеҙ баҫыу оҫталарынан торған ижади коллектив «Иң яҡшы көнсығыш костюмы» номинацияһында еңеп сыҡты.

Фестивалдә башҡорт дизайнерҙарының коллекцияһын «Һылыуҡай — Bashkirian Beauty» (етәксеһе Линара Таһирова) студияһы моделдәре күрһәтте. Халыҡ-ара жюри ҡарары буйынса, Гөлсибәр Батраева Евразия конкурсының иң яҡшы моделе тип танылды.

темалар: конкурстар