6 декабрь, Шишәмбе

17 декабрь 2014 йыл, 16:36

Башҡортостан делегацияһы — Әзербайжанда

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың сауҙа-иҡтисади миссияһы Әзербайжанда. Эшлекле сәфәрҙең ойоштороусыһы — Башҡортостан Республикаһының Евро Инфо Консультаци Үҙәге. БР-ның Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, делегация составына 11 нефть-газ тармағы һәм машиналар төҙөү предприятиелары вәкилдәре ингән.

Тәүҙә делегация ағзалары Сумгаит технопаркында булды. Ул электр энергетикаһын үҫтереүгә, энергетика предприятиеларын реконструкциялауға һәм модернизациялауға, конкурент һәләтле продукцияны эскпортлау өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.

Евро Инфо Консультация Үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, эшҡыуарҙар В2В һөйләшеүҙәрендә ҡатнашты. Әзербайжан Республикаһында РФ сауҙа вәкиле вазифаһын үтәүсе Эльдар Тлябичев менән осрашыу үтте. Делегация ағзалары AZPROMO (Әзербайжандың экспортҡа һәм инвестицияларға ярҙам фонды) менән килешеү төҙөнө. 17 декабрҙә Башҡортостан эшҡыуарҙары әзербайжан партнерҙары менән шәхси осрашыуҙар үткәрәсәк.