2 декабрь, Йома

17 декабрь 2014 йыл, 15:42

Импортты алмаштырыу өҫтөндә эшләү өсөн төбәктәргә дөйөм стратегия кәрәк — Рөстәм Хәмитов

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Импортты алмаштырыу буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттарының эшмәкәрлеге килешелгән һәм берҙәм стратегия нигеҙендә төҙөлөргә тейеш, тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

— Импортты алмаштырыу, яңы тауарҙар етештереү буйынса эшмәкәрлек федераль үҙәктән дә сикләнергә тейеш. Беҙ тарҡау эш итергә тейеш түгел. План буйынса эшләргә кәрәк, —  тине Рөстәм Хәмитов «РБК» телеканалына биргән интервьюһында.

Шул уҡ ваҡытта импортты алмаштырыу үҙмаҡсат булып тормай.

Дөйөм алғанда, Рөстәм Хәмитов «беҙҙә төрлө яҡлы иҡтисад» һәм «бөтә йүнәлештәр буйынса ла үҙебеҙҙе ышаныслы тоябыҙ », шул иҫәптән ауыл хужалығында ла. Башҡортостанда уңайлы инвестиция мөхите, рейтингтар быға дәлил булып тора.

— Инвесторҙарҙың бөгөнгө эшенә килгәндә, беҙ заманса, уңайлы эш шарттары булдырабыҙ һәм ошо тактиканы дауам итәбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты. — Хәҙерге көндә беҙҙә инвестиция үҫеше үткән йыл менән сағыштырғанда  яҡынса 105-106 процент тәшкил итә. Был ҡәнәғәтләнерлек. Ҙур, сәнәғәт яғынан үҫешкән республика өсөн был һандар насар түгел. Был 10 айҙың күрһәткесе. Беҙ инвестиция, сәнәғәт етештереүсәнлеге индексы йәһәтенән йылды уңышлы тамамлаясаҡбыҙ. Һалымдар буйынса ла уҙған йылға ҡарата күберәк, 107-108 процент буласаҡ. Дөйөм алғанда, иҡтисади күрһәткестәребеҙ насар түгел. Әлбиттә, киләһе йылда билдәле бер хәүеф барлығын аңлайбыҙ.

Рөстәм Хәмитовтың «РБК»  телеканалына биргән интервьюһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.