4 декабрь, Йәкшәмбе

17 декабрь 2014 йыл, 10:53

Башҡортостандың баҫма киң мәғлүмәт саралары «Республика Башкортостан» Нәшриәт йортонда тупланасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостандағы баҫма киң мәғлүмәт саралары системаһы үҙгәртеп ҡоролорға тейеш. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағында булған 103 дәүләт унитар һәм ҡаҙна предприятиеларын БР-ның «Республика Башкортостан» Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһына ҡушасаҡтар.

15 декабрҙә республика Хөкүмәтендә ошоға ярашлы ҡарар ҡабул ителде.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында аңлатыуҙарынса, реформалаштырыуҙың маҡсаты – баҫма киң мәғлүмәт саралары системаһын оптималләштереү һәм тармаҡты иҡтисади яҡтан файҙалыраҡ  итеү.

— Реформаның маҡсаты — килеп тыуған иҡтисади хәлдә төбәктәге мәғлүмәт өлкәһен һаҡлап ҡалыу һәм матбуғат тармағы хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы эш хаҡы түләү өсөн шарттар булдырыу, — тине Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. — Һәләтле, әүҙем хеҙмәткәрҙәргә үҫеш өсөн мөмкинлек һәм юғары эш хаҡы булырға тейеш. Минеңсә, әлеге система редакцияларға бер-береһенә ярҙам итергә, тәжрибә уртаҡлашырға, матди базаны бергәләп файҙаланырға һәм арттырырға булышасаҡ.

Яңы система элеккеһенән күпкә һығылмалыраҡ, тип иҫәпләй Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе, ул «тармаҡтағы хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә ярҙам итәсәк».

— Беҙҙең редакцияларҙың һәм полиграфистарҙың эше һөҙөмтәһендә Башҡортостан күп йылдар Рәсәйҙә иң күп –журанал уҡыусы төбәк һанала. Шуға ҡарамаҫтан, баҫма киң мәғлүмәт сараларының килеме йылдан-йыл кәмей. Быға тираждың кәмеүе, реклама материалдарының аҙ булыуы, интернет-баҫмалар менән конкуренция, «Рәсәй почтаһының» баҫмаларҙы килтереүгә субсидияларҙың бөтөрөлөүе. Эш хаҡы артмай тиерлек. Әгәр ҙә беренсе ярты йыллыҡта республика буйынса уртаса эш хаҡы 23 581 һум тәшкил итһә, республика гәзиттәрендә — 19, 2 мең һум, райондарҙа — 16, 9 мең. Система үҙгәртеп ҡороу талап итә ине. Дәүләт тармаҡҡа ярҙам итте һәм итәсәк. Күп предприятиеларҙы бер дәүләт унитар предприятиеһы базаһына туплау бер үк эште ҡабатлауҙы булдырмаясаҡ. Бюджет саралары һөҙөмтәлерәк файҙаланыласаҡ. Редакция хеҙмәткәрҙәренә нимә кәрәк һуң? Карьера үҫеше, уҡытыу, уңайлы эш шарттары, һәм, әлбиттә, лайыҡлы эш хаҡы һәм торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеге. Яңы модель бының өсөн күберәк мөмкинлек бирәсәк, — тип ышана Борис Мелкоедов.