9 декабрь, Йома

16 декабрь 2014 йыл, 15:43

Өфөлә «Ҡала электричкаһы» проектына 316 миллион һум һалынған

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Ҡала электричкаһы» проектына 316 миллион һум һалынған. Өфө хакимиәтенән — 240, Куйбышев Тимер юлы идаралығынан — 76 миллион һум бүленгән. Был турала Өфө мэры Ирек Ялалов баш ҡаланың транспорт системаһын үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Уны республика Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

2013 йылда ҡала эсендә кешеләрҙе транспорт менән тәьмин итеү һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын күтәреү маҡсатында Дим — Өфө — Шаҡша участкаһында «Ҡала электричкаһы»  проектын тормошҡа ашырыу  башланды. Хәҙерге көндә әлеге программаны үтәү буйынса эштәр алып барыла.

Проектҡа инвесторҙар йәлеп ителә. Транспорт-күсеп ултырыу комплексын төҙөп «Дим» һәм «Шаҡша» станцияларын сафҡа индереү буйынса юл карталары әҙерләнгән. «Гастелло», «Ҡала мәҙәниәт һарайы», «Воронки — Көньяҡ автовокзал», «Правая Белая — Телеүҙәк» транспорт-күсеп ултырыу үҙәктәрен ойошторорға кәрәк. Унда эскалатор, траволатор һәм лифттарҙы сафҡа индереү ҡаралған.

30-ға яҡын күсеп ултырыу пункттары Өфөлә йәшәүселәргә һис ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ ҡаланың теләһә ҡайһы нөктәһенә барып етергә мөмкинлек бирәсәк.