5 декабрь, Дүшәмбе

16 декабрь 2014 йыл, 17:59

Өфө Рәсәйҙә балалар өсөн иң яҡшы ҡала тип танылған

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы яҡлау фонды «Бөтә балалар ҙа ҡәҙерле» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһаны. Унда 53 субъекттан 160-тан ашыу ҡала ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр «Мин — ата-әсә!» порталынан.

Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Галина Карелова етәкселегендәге конкурс комиссияһы бойондороҡһоҙ эксперттар менән берлектә ҡалаларҙың бәйге сараларын уҙғарыу тураһында йомғаҡлау материалдарын ентекле тикшереп, лидерҙарҙы билдәләне. Рәсәй субъекттарының административ үҙәктәре араһында Ижевск ҡалаһы еңеү яуланы. Өфө Архангельск ҡалаһы менән бергә икенсе урында.

«Мин — ата-әсә!» порталында уҙғарылған онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Өфө лидер булып тора.