3 декабрь, Шәмбе

16 декабрь 2014 йыл, 17:36

Киләһе йылда «500 ферма» программаһында ҡатнашыусылар ныҡлы һайлап алынасаҡ — Ауыл хужалығы министрлығы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Республикалағы ҡайһы бер хужалыҡтар программа сиктәрендә планлаштырылған һөҙөмтәләргә ирешә алманы һәм бүленгән дәүләт субсидияларын кире ҡайтарырға тейеш буласаҡ. Был турала ағымдағы йылдың һөҙөмтәләре һәм 2015 йылға бурыстар буйынса райондар менән профиллле видеоселектор кәңәшмә барышында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко белдерҙе.

Ведомство етәксеһе программаның бурыстарын үтәй алмаған хужалыҡтарҙы атаны. Улар араһында Күгәрсен районының «Октябрьское», Ейәнсура районының «Импульс»  йәмғиәте, Бишбүләк районының М.Горький исемендәге СПК-һы, Өфө районының Цюрупа исемендәге агорофирмаһы һәм Бүздәк районының «Тармыш» йәмғиәте бар. Бында малдар һаны һәм етештереү күләме кәмегән, был иһә программа шарттарына тап килмәй.

«500 ферма» программаһын ғәмәлгә ашырыу осоронда уға 200-ҙән ашыу һөтсөлөк-тауар хужалығы ҡушылған. Николай Коваленконың һүҙҙәренсә, ошо ваҡыт эсендә 304 малсылыҡ бинаһы, 34 силос-сенаж ҡоролмалары яңыртылған һәм төҙөлгән, 5,5 мең тоҡом малы һатып алынған. Дәүләт ярҙамына 1,3 миллиард һум йүнәлтелгән.

2015 йылда программаны тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Николай Коваленко әйтеүенсә, унда 57 предприятие ҡатнашырға иҫәп тота.