Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Донъя операһы йондоҙҙары Барбара Фриттоли, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар үҙҙәренең ижади проекттары хаҡында һөйләне

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Конгресс-холда донъя операһы йондоҙҙары — Барбара Фриттоли (Италия) һәм Башҡортостандың халыҡ артистары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар менән берлектә матбуғат конференцияһы уҙҙы. Һүҙ күп һанлы ижади проекттар һәм Өфөлә үтәсәк концерттар тураһында барҙы.

Декабрҙә артистар тыуған ҡалаһында сығыш яһаясаҡ: 17 декабрҙә Конгресс-холда атаһының, легендар башҡорт кинорежиссеры Әмир Абдразаҡовтың Хәтер кисәһендә, 28 декабрҙә — БР Милли симфоник оркестры менән «Башҡортостан» дәүләт концерт залында.  

Концерт һәм гастролдәрҙән тыш, ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар төрлө ижади проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Илдар Абдразаҡов «Елки 1914» фильмында Баринды уйнаған. Асҡар Абдразаҡов Беренсе каналдың нәфис фильмында йырсы ролен башҡарған. Уның исемен әлегә сер итеп тота.

Бөгөн ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар яратҡан педагогтары, Өфө сәнғәт академияһы профессоры Миләүшә Мортазина менән осрашасаҡ. 25 декабрҙә уҡыу йортонда улар студенттар өсөн оҫталы дәрестәре үткәрә.

Теги: концерт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть