Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Байыҡ» конкурсының финалына 500 иң шәп бейеүсе йыйылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Байыҡ» республика телевизион конкурсы финалистары билдәләнде. Сара Ҡала мәҙәниәт һарайында үтте, тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат секретары Альбина Ғатауллина.

Ир-егеттәр араһында Гран-при Ишембай районынан Эмил Һөйәрғоловҡа, ҡатын-ҡыҙҙар араһында — Баймаҡ районынан Рәмзиә Солтановаға тапшырылды. Ансамблдәр араһында Гран-при — Әбйәлил районынан «Йәшлек» һәм Баймаҡтан «Ирәндек» ансамблдәрендә.

Гала-концертта республиканың төрлө төбәктәренән 500-гә яҡын бейеүсе, шулай уҡ Һамарҙан, Чечнянан, Төньяҡ Осетиянан, Тыванан, Ҡырғыҙстандан килгән ҡунаҡтар сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть