11 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2014 йыл, 15:08

Баш ҡалала урамдарҙы категорияларға бүлергә ниәтләйҙәр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә йәмәғәт транспорты йөрөгән урамдарҙы категорияға бүлергә тәҡдим итәләр. Был турала Өфө мэры Ирек Ялалов баш ҡаланың транспорт системаһын үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Уны республика Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

Кәңәшмәлә БР Хөкүмәте ағзалары, Өфө хакимиөте вәкилдәре, профилле министрлыҡтар һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ илебеҙҙең һәм сит илдәрҙән саҡырылған ҡала төҙөлөшө өлкәһе эксперттары ҡатнашты.

Өфө мэры беренсе категориялы ҡала урамдарында, шул иҫәптән айырым һыҙатта аҙ пассажирҙар һыйҙырышлы автобустар хәрәкәте тыйыласаҡ тип белдерҙе.

Йәмәғәт транспорты туҡталыштарында маршруттың номеры һәм автобустың килеү ваҡыты күрһәтелгән мәғлүмәт таблоһын, башҡа мөһим белешмәләр ҡуйыу планлаштырыла.

Өфөләге автобустар хәрәкәтенең ҡалған схемаларын төп магистралдәргә алып барыу сифатында файҙаланыу өсөн үҙгәртергә ниәтләйҙәр. Проектты тормошҡа ашырғандан һуң светофорҙарҙы көйләүсе интеллектуаль транспорт системаһын төҙөүгә күсеү ҡаралған. Бынан тыш, әлеге юл ғәмәлгә ашырылғанда газ-мотор яғыулығы ярҙамында эшләгән автобустар һатып алыу программаһын әҙерләргә мөмкин.

Төп магистраль аша үтеүсе маршруттар күсеп ултырыу үҙәген барлыҡҡа килтерә, пассажирҙар икенсе транспортҡа ултырып, кәрәкле йүнәлештә китә ала. Ошо маршруттарға аҙ һыйҙырышлы автобустарҙы йүнәлтеү зарур.    

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был тәҡдимде хупланы.

темалар: юл хужалығы