6 декабрь, Шишәмбе

16 декабрь 2014 йыл, 14:27

Өфөлә «Урал ауазы» Халыҡ-ара конкурс-фестиваленә заявкалар ҡабул итеү башланды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһында «Урал ауазы»  II Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурс-фестиваленә заявкалар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән ойошторолған «Урал ауазы»  Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурс-фестивале Өфөлә 2015 йылдың 24-26 мартында үтә. Конкурстың алты номинацияһында халыҡ инструменттары оркестрҙары һәм ансамблдәре, шулай уҡ Рәсәй, сит ил урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының сәхнәлә сығыш яһау тәжрибәһе булған оркестрҙары һәм ансамблдәре ҡатнаша ала.

Программаға коллектив йәшәгән төбәктең халыҡ көйө һәм башҡорт халыҡ көйө нигеҙендә яҙылған йәки башҡорт композиторы әҫәрҙәрен индерергә тәҡдим ителә.

«Урал ауазы» конкурс-фестивалендә ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы һәм материалдарҙы 2015 йылдың 10 мартына тиклем nonirb@rambler.ru адресына ебәрергә кәрәк. Конкурс-фестивалдең художество етәксеһе — Рәмил Ғәйзуллин. 8-961-356-11-51, ойоштору комитеты секретары —Регина Латипова, 8-917-424-76-55.

«Урал ауазы»  Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурс-фестивале тәүге тапҡыр 2012 йылда үтте. Унда Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Татарстандан, Ҡалмыҡстандан, шулай уҡ Омск, Силәбе, Сибай, Учалы һәм Октябрьский ҡалаларынан 500 музыкант, 35 профессиональ коллектив ҡатнашты.