Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.96 ↑

EUR 61.38 ↓

1 март, Шаршамбы

Уфа   °

Көньяҡ Уралда «Уралым» төрки халыҡтары фестивале үтте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Силәбе өлкәһенең Нязепетровск ҡалаһында үҙешмәкәр ижад коллективтары, «Уралым» төрки халыҡтары ижады төбәк фестивале лауреаттарының гала-концерты үтте.

Быйыл фестиваль өс этапта уҙҙы: апрелдә Усть-Ҡатауҙа старт алғас, артабан ул Троицкиҙа һәм Арғаяшта дауам итте. Һәр зональ этаптан һуң баһалама ағзалары вокал (халыҡ йыры, стилләштерелгән эстрада йыры), инструменталь халыҡ музыкаһы һәм халыҡ хореографияһы номинацияларында иң яҡшы башҡарыусыларҙы билдәләне.

Фестивалдә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнашты: солистар, вокаль, хореографик, инструменталь коллективтар. Иң яҡшы номерҙар гала-концерт программаһына индерелгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Тамашасылар алдында Үрге Өфәлейҙән «Ләйсән» башҡорт йыры коллективы, Ҡолой ауылынан «Палитра» бейеү ансамбле һәм «Йәшлек» башҡорт бейеү ансамбле (Арғаяш ауылы), Нязепетровскиҙан «Туған моңдар» ансамбле сығыш яһаны.

Фестиваль Мәҙәниәт министрлығы тарафынан 16-сы тапҡыр ойошторолдо. Сараның төп маҡсаты — үҙешмәкәр ижад, балаларҙы һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү аша төрки халыҡтарының мәҙәни мираҫын пропагандалау, халыҡ мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Фестивалдә башҡорт ауылдарының үҙешмәкәр коллективтары әүҙем ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть