3 декабрь, Шәмбе

16 декабрь 2014 йыл, 12:02

Рөстәм Хәмитов: «Өфөлә йәшәүселәргә заманса транспорт системаһы кәрәк»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 15 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң транспорт ситемаһын үҫтереүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда БР Хөкүмәте ағзалары, ҡала хакимиәте вәкилдәре, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ илебеҙҙең һәм сит илдәрҙән саҡырылған ҡала төҙөлөшө өлкәһе эксперттары ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе транспорт ситемаһын ҡулайлы ойоштороу мәсьәләһе Рәсәйҙең һәм донъяның күп ҙур ҡалаларына хас тип билдәләне.

Ҡала ландшафтының үҙенсәлектәренә бәйле сәбәптәрҙән тыш, Президент Өфөнөң транспорт системаһын комплекслы үҫтереү стратегияһының булмауын проблемаларҙың төп факторы тип атаны. Юл-транспорт системаһы менән идара итеүҙә лә ҡайһы бер етешһеҙлектәр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Килеп тыуған хәлдән сығыу юлы тип Рөстәм Хәмитов йәмәғәт транспорты селтәрен үҫтереүҙе билдәләп үтте.

Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡала транспорт ситемаһын үҫтереүҙең перспективалары һәм ошо йүнәлештә башҡарылған эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Тикшереү барышында саҡырылған эксперттар – РФ Юғары иҡтисад мәктәбенең Транспорт иҡтисады институты транспорт моделләштереү үҙәге директоры Павел Козлов, «Инженерная группа БЕБ» немец компанияһы башлығы Бернард Блюмель үҙ фекерен белдерҙе.