Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Эксперт РА версияһы буйынса, инвестиция мөхите рейтингында Башҡортостан үҙ позицияһын нығытты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

«Эксперт РА» версияһы буйынса, Башҡортостан инвестиция мөхите-2014 рейтингында Татарстан һәм Белгород өлкәһе менән бер рәттән «Уртаса потенциал — минималь хәүеф (2А)» төбәктәренең икенсе төркөмөндә. Һуңғы йылда республика рейтингта үҙ позицияһын нығытты: 2013 йылда Башҡортостан «Уртаса потенциал — урта кимәлдәге хәүеф (2В)» рейтингын алды. «Төбәктәрҙең инвестиция йәлеп итеүсәнлеге-2014» тикшеренеү һөҙөмтәләре рейтинг агентлығының рәсми сайтында баҫылған.

Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Краснодар крайы — «Уртаса потенциал — минималь хәүеф (1А)» лидерҙары төркөмөндә.

Рейтингты төҙөгәндә Рәсәй Федерацияһы субъекттары инвестиция потенциалы һәм инвестиция хәүефе буйынса баһаланды. Интеграль инвестиция хәүефе кимәле буйынса төбәк бер йыл эсендә 19-сы урындан 13-гә күтәрелгән.

Йыл эсендә уртаса ил кимәлендәге инвестиция хәүефе 1,3 процентҡа артҡан. Аҙ бюджетлы субъекттар һаны 13 процентҡа, 77-гә тиклем үҫкән. Дефицитты ҡаплау өсөн төбәктәр бурысты арттырырға мәжбүр.  2014 йылдың өсөнсө кварталында үҙ килемдәрендә 50 проценттан ашыу дәүләт бурысы булған төбәктәр һаны 41-гә  еткән, ә 2013 йылдың ошо уҡ осоронда –  34.

1 ноябргә Башҡортостандың тупланма бюджетының килеме – 136 миллиард һум. Төбәк бюджеты дефициты 1,6 миллиард һум тәшкил иткән. Республиканың Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1 ноябргә дәүләт бурысы 24, 2 миллиард  йәки 17,8 процент килем тәшкил иткән, шул иҫәптән 13,1 миллиард һум – ҡиммәтле ҡағыҙҙар, 6,1 миллиард һум – бюджет кредиттары, 4,5 миллиард һум – һумлыҡ банк кредиттары, 458,8 миллион һум – дәүләт гарантиялары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть