11 декабрь, Йәкшәмбе

15 декабрь 2014 йыл, 18:37

«Алдар менән һоро бүре» фильмын Төмәндәге һәм Италиялағы фестивалдәрҙә күрһәттеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, ЛәйләАралбаева/. Төмәндә үткән «Ноль Плюс» Балалар һәм үҫмерҙәр киноһы I халыҡ-ара фестивалендә жюри ағзалары Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар менән һоро бүре» фильмын билдәләп үтте. Ебегән геройҙарҙың мажаралары «Күңелле ваҡиға һәм сағыу анимация өсөн» дипломына лайыҡ булды.

Башҡорт геройҙары менән итальяндар ҙа танышты. «Йәнһүрәттәрҙең ҙур фестивале»нең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Миланда «Италия — Рәсәй ассоциацияһы» майҙансығында Рәсәй анимацияһының программаһы тәҡдим ителгән. 18 анимацион фильмдар араһында «Алдар менән һоро бүре» фильмы ла бар.

Программа ҡунаҡтары араһында Ассоциация ағзалары, Статале дәүләт университеты студенттары, режиссерҙар һәм мультипликаторҙар, Muba балалар музейы вәкилдәре, шула уҡ Рәсәй анимацияһы менән ҡыҙыҡһыныусылар бар ине. «Йәнһүрәттәрҙең ҙур фестивале» программаһы беренсе тапҡыр 2013 йылда Рим һәм Бари ҡалаларында Рәсәй фәне һәм мәҙәниәте үҙәге һәм Апулиялағы милләттәштәр ассоциацияһы хеҙмәттәшлегендә күрһәтелде, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан» киностудияһынан.