3 декабрь, Шәмбе

15 декабрь 2014 йыл, 16:05

Башҡорт дәүләт университеты менән Берләшкән Миллләттәр Ойошмаһының Мәғлүмәт үҙәге хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөнө

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты Берләшкән Милләттәр ойошмаһының Мәскәүҙәге Мәғлүмәт үҙәге менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Рәсми партнерлыҡ тураһында документҡа БДУ ректоры Николай Морозкин менән Үҙәк директоры вазифаһын башҡарыусы Юрий Шишаев ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр вуздың матбуғат үҙәгенән.

Советник Владимир Павинский Башҡорт дәүләт университетында уҡыу йортоноң ректоры һәм БДУ-ның Хоҡуҡ институты вәкилдәре менән осрашты. Эшлекле осрашыуҙа ҡатнашыусылар ғинуарҙа Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Мәскәүҙәге Мәғлүмәт үҙәгендә БДУ-ның иң яҡшы студенттарына стажировка үткәреү тураһында һөйләште. Вуздың халыҡ-ара ойошма вәкиллеге менән хеҙмәттәшлеге Хоҡуҡ институты студенттарына Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының эшмәкәрлеге, маҡсаттары тураһында күберәк белергә, Хөкүмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә белем һәм тәжрибә тупларға мөмкинлек бирәсәк, тип ышаналар БДУ-ла.

Владимир Павинский Хоҡуҡ институты студенттары менән дә осрашты. Ул Мәскәүҙә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Мәғлүмәт үҙәгенең тарихын, уның эшмәкәрлеге, бурыстары, ҡаҙаныштары һәм уҙғарылған саралар хаҡында һөйләне, студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.