Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары үҙ эшмәкәрлектәрен «Социаль технологиялар теплицаһы» порталында тикшерә ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Социаль технологиялар теплицаһы» проекты коммерцияға ҡарамаған йәмғиәт ойошмаларын һәм әүҙем кешеләрҙе махсус әҙерләнгән тест үткәреүҙә ҡатнашырға саҡыра. Тикшереүҙең маҡсаты — йәмғиәт ойошмалары эшендә килеп тыуған проблемаларҙы асыҡлау. Анкета туғыҙ һорауҙан тора.  Яуаптар иһә проектты әҙерләүселәргә коллегаларының 2014 йылда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар буйынса ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алыуҙарын, һәм ошо белемдең ойошмалар эшмәкәрлегендә нисек сағылыш табыуын аңларға ярҙам итәсәк.

«Социаль технологиялар теплицаһы» — коммерцияға ҡарамаған сектор һәм IT белгестәре араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән ижтимағи мәғариф проекты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть