Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Бөгөн Рәсәйҙә һөнәри бурыстарын үтәгәндә һәләк булған журналистарҙың Хәтер көнө билдәләнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

Бөгөн Рәсәйҙә һөнәри бурыстарын үтәгәндә һәләк булған журналистарҙы иҫкә алалар. Был көн Журналистар союзы инициативаһы менән 1991 йылдан билдәләнә.

Рәсәй журналистары союзы мәғлүмәттәре буйынса, илдә йыл һайын төрлө хәлдәрҙә 20-гә яҡын хәбәрсе һәләк була. Ҡайһы бер енәйәттәр оҙаҡ йылдар асылмай. Дмитрий Холодов менән Владислав Листьевты үлтереүселәр әле һаман иректә. Һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған журналистар исемлегендә — «Тольяттинское обозрение» гәзитенең баш мөхәррире Алексей Сидоров, «Новая газета»  баҫмаһы  күҙәтеүсеһе Анна Политковская.

Йыл башынан алып  Украинала ете журналист һәләк булды. Шулай уҡ хәбәрселәрҙе туҡмауҙың 300-гә яҡын осрағы теркәлде.

Һүҙ азатлығы өсөн ғүмерҙәрен биргән журналистар иҫтәлегенә Рәсәйҙең билдәле киң мәғлүмәт саралары редакциялары төрлө премиялар булдырған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть