4 декабрь, Йәкшәмбе

15 декабрь 2014 йыл, 12:58

Күп функциялы үҙәктәрҙә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың көндөҙгө төркөмөн ойоштороу өсөн субсидияларға заявкалар ҡабул ителә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министрлығы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың көндөҙгө төркөмөн ойоштороу өсөн субсидиялар биреү буйынса конкурсына өҫтәмә документтар ҡабул итеү тураһында иғлан итте, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Конкурс «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшыҡуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» дәүләт программаһына ярашлы уҙғарыла.

Документтар 15 декабрҙән 19-на тиклем  дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк  бүлектәрендә ҡабул ителә.

Конкурс хаҡында тулы мәғлүмәт республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы сайтында бирелгән.