Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан Диана Нурмөхәмәтова «Виват, вокал! Виват, артист!» бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урынға лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандан Диана Нурмөхәмәтова Мәскәүҙә музыка һәм театр вуздары студенттары араһында үткән «Виват, вокал! Виват, артист!» беренсе бөтә Рәсәй вокал конкурсында «Опера» номинацияһында беренсе урын яуланы.

Конкурс музыка театрының режиссура һәм артист оҫталығы кафедраһы һәм Рәсәй театр сәнғәте университетының (ГИТИС) вокал сәнғәте кафедраһы менән берлектә ойошторолған.

Диана Нурмөхәмәтова Башҡортостандың Асҡын районында тыуған. Өфөләге урта махсус музыка колледжының скрипка класын тамамлаған. Колледждан һуң Диана Өфө сәнғәт училищеһында танылған педагог Наилә Йосопова класында уҡый. Беренсе курста белем алғанда уҡ Рәсәйҙә билдәле «Гәрәбә һандуғас» конкурсында өсөнсө премияға һәм махсус призға лайыҡ була. Артабанғы йылдарҙа «Дельфий уйындары» Бөтә Рәсәй конкурсында алтын миҙал, Мәскәүҙә «Bella voce» бәйгеһендә беренсе урын һәм Ҡаҙағстанда Бибигөл Түләгәнова исемендәге конкурста «Өмөт» призын яулай.

Хәҙерге көндә Диана Нурмөхәмәтова Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһында билдәле педагог, профессор Тамара Новиченко класында белем ала. Әле йырсы «Романсиада-2014» рус романстарын башҡарыусыларҙың Халыҡ-ара конкурсына әҙерләнә. 19 декабрҙә ул Мәскәүҙә уҙасаҡ финалда Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть