7 декабрь, Шаршамбы

15 декабрь 2014 йыл, 11:11

Тамара Танһыҡҡужина йәнә алтын миҙал яуланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Пекинда барған  Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында халыҡ-ара шашкаларҙа рапид (тиҙ уйнау) буйынса турнир уҙҙы. Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында ике Башҡортостан вәкиле — Тамара Танһыҡҡужина менән Александр Георгиев сығыш яһай.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы турнирҙа Тамара Танһыҡҡужинаға етеүсе булманы. Ул мөмкин булған 14 мәрәйҙең унауһын йыйып, алтын миҙал яуланы.

Ирҙәр араһында ғәмәлдәге чемпион Александр Георгиев, донъяның экс-чемпионы  Гунтис Валнеристан (Латвия) ҡалышып, дүртенсе урында.