5 декабрь, Дүшәмбе

15 декабрь 2014 йыл, 10:36

Өфөлә тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһының Демографик доклады тәҡдим ителде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Башҡортостан Республикаһы модернизациялау һәм инновацион үҫеш шарттарында» тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһы үтте. Сараның ойоштороусыһы – Башҡортостан Фәндәр академияһының социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты.

Конференцияның беренсе көнөндә республиканың демографик үҫеше мәсьәләләре тикшерелде. Институттың ғаилә лабораторияһы һәм демографияһы ғалимдары ғилми йәмәғәтселеккә Башҡортостан Республикаһы Демографик докладының тәүге сығарылышын тәҡдим итте. Был эш — төбәк,  шулай уҡ айырым муниципаль берәмектәр кимәлендә  Башҡортостандағы демографик үҫеште күп яҡлы тикшереүгә нигеҙләнгән республикалағы беренсе фәнни баҫма.

Институттың ғаилә лабораторияһы һәм демографияһы ғалимдары үҙ сығыштырында республиканың демографик үҫешенең төп өлкәләрендә килеп тыуған хәлдең үҙенсәлектәрен  — тыуымды, үлемде, миграцияны билдәләне.

Конференцияла БР Дәүләт — Йыйылышының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет рәйесе Николай Никитин, БР Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин, Институт директоры Рим Вәлиәхмәтов, шулай уҡ Мәскәү ғалимдары — демографик тикшеренеүҙәр өлкәһендә билдәле эксперттар һәм белгестәр Михаил Денисенко менән Борис  Денисов ҡатнашты.  

Конференция сиктәрендә фәнни семинар ойошторолдо, унда Институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре Ирина Лакман эконометрик анализ ысулдарына нигеҙләнгән эш һөҙөмтәләре, социаль-иҡтисади факторҙарҙың тыуым кимәленә йоғонто яһауы тураһында һөйләне.  Михаил Денисенко (Милли тикшеренеүҙәр университетының демография институты — Юғары иҡтисад мәктәбе) менән Борис Денисов (Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының демография һәм ил халҡы иҡтисады лабораторияһы) үткәрелгән сараға үҙ баһаһын бирҙе.

Конференцияның икенсе көнө Институттың Кеше потенциалын өйрәнеү үҙәгендә уҙҙы. Бында Михаил Денисенко Өфөнөң юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашты,  Милли тикшеренеүҙәр университетының демография институты — Юғары иҡтисад мәктәбендә уҡыу мөмкинлектәре, аспиранттар өсөн уҡыу программалары менән таныштырҙы. Борис Денисовтың сығышы социаль-демографик процестарҙы статистик һәм социологик анализлау, Рәсәйҙе һәм уның төбәктәрен социаль үҫтереү перспективаларына арналды.

Конференцияла Өфөнөң фәнни һәм белем биреү үҙәктәре ғалимдары, министрлыҡ һәм ведомсто белгестәре ҡатнашты. Сара белгестәргә республиканың социаль-демографик үҫешенең мөһим мәсьәләләре буйынса фекер алышырға мөмкинлек бирҙе.