8 декабрь, Кесе йома

12 декабрь 2014 йыл, 17:01

«Китап» нәшриәтендә Өфөнөң тарихы һәм уның сағыу шәхестәре тураһында китап-альбомдар баҫылып сыҡты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә тарих һөйөүселәр өсөн яңы китап-альбомдар баҫылып сыҡты.  

Светлана Шитова менән Гүзәл Данукалованың «Тарихи Өфө: Архитектура биҙәлеше сәнғәте» китап-альбомында иҫке ҡаланың матур һүрәттәре бирелгән. Китапта йөҙҙәрсә төҫлө һәм аҡлы-ҡаралы фотолар, губерна осоронда ҡаланың үҫеше хаҡында мәҡәлә  һәм архитектура, биҙәү эштәренең төрҙәре тураһында ҡыҫҡаса аңлатмалар урын алған.  

Рус һәм башҡорт телдәрендә баҫылған «Хөкүмәт рәйесе. Зекериә Аҡназаров»  китап-альбомы күренекле дәүләт эшмәкәренең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған. Был шәхес тормошоноң сағыу биттәре. Замандаштарының, хеҙмәттәштәренең һәм ябай кешеләрҙең фекерҙәре аша китапта башҡорт халҡының күренекле улдарының береһенең образы ижад ителә һәм эске донъяһы асыла. Ауыл уҡытыусыһынан республика Хөкүмәте башлығына тиклем үрләгән Зекериә Аҡназаров Башҡортостан үҫешенең мөһим этаптарында ҡатнашҡан. Китапты төҙөүселәр – Марсель Ҡотлоғәлләмов, Ғәлиә Нәбиева. Альбомда Зекериә Аҡназаровтың ғаилә архивынан һәм Наил Ғәлиевтың архивынан алынған фотолар файҙаланылған.

Тарихи китап-альбомдарҙы нәшриәт магазиндарында һатып алырға була.